Кәүсәриә Шафиҡова
1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡортостандың Яңауыл районы Иҫәнбай ауылында донъяға килгән.Яман сир арҡаһында ете йәшендә хәрәкәтһеҙ ҡала.Уның тәүге әҫәрҙәре 1970 йылда Яңауыл районы гәзитендә донъя күрә. 1977 йылда бер шәлкем шиғырҙары Ҡазанда нәшер ителгән «Ҡыҙҙар тауышы» исемле йыйынтыҡҡа индерелә.
Вәкил Белалов
1934 йылдың 27 мартында Башҡортостандың Яңауыл ҡасабаһында донъяға килгән.Яңауылда 1-се урта мәктәпте тамамлағас, Өфө авиация институтын уҡырға инергә имтихан тапшыра.Мәҡәлә, хикәйәләр, шиғырҙар, поэмалар яҙыу менән мәктәп йылдарында уҡ мауыға.Ул Яңауыл яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы.
Яңауылым.
Эй тыуған яҡ, тыуған ауыл,
Һинең исем Яңауыл.
Тыуған ерем, үҫкән ерем,
Күңелдәрҙә ҡала ул.
Эй тыуған яҡ, тыуған ауыл,
Һағынам һине, Яңауыл.
Һағынғанда моңһоу саҡта,
Һағыштарҙан дауа ул.
Хистәремдә һағынып ҡайтам,
Тыуған яҡ туғайҙарын,
Моңдарынан сыға алмайым,
Һайраған турғайҙарҙың. (В.Белалов)
Рәфис Мөхәммәтдинов 1960 г. ылдың 28 февраля ә Башҡортостандың Яңауыл районы Яңы Уртауыл ауылында тыуған. Туғыҙ айы тулғаса, янып торған мейескә барып тотоноп бешкәндән һуң, аяҡҡа баҫып йөрөмәҫ булған.Мәктәпкә барыу бәхет эләкмәй.Уҡырға, яҙырға өйҙә генә өйрәнә.Үҫә төшкәс китаптар ҙа уҡый башлай, бигерәк тә шиғырҙар менән ҡыҙыҡһына.Бер аҙҙан үҙе лә ҡулына ҡәләм ала.
Әмәр Фәзлетдинов 1960 йылдың 28 февралялендә Башҡортостандың Яңауыл районы Күстә ауылында тыуған. Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһында һөнәрселек училищеһында уҡып сыға. Төрлө ерҙәрҙә эшләй, тыуған яҡ тартып, унда ҡайта.
Горурланам телем белән..
Нинди матур туган телем,
Саф,чиста итеп күрәм.
Милләтемнең сүзләреннән
Күркәм жөмләләр үрәм.
Бишек жыры,әлли-бәлли,
Хәтергә сеңеп ҡалган.
-Әннә,-дигән тәүге сүзем
Телемә ачкыч булган...
Туган телем-иң матур тел,
Жаннарга үтеп керә
Күңелемә сихәт биреп
Илһам нурына төрә.
Горурланам телем белән
Чын күңелдән сөйләшәм.
-Телебезне онытмыйк,дип
Милләттәшемә дәшәм. (Г.Фәзлетдинов)
Һүҙлек.
Чиста-таҙа
Жөмләләр-һөйләмдәр
жаннарга-йәндәргә
дәшәм-өндәшәм
Фәрит Суфияров
1939 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Яңауыл районы Иҫәнбай ауылында тыуған.Ул, урт мәктәпте тамамлағас, Өфө финанс техникумынд бель ала.Педагогия институтын тамамлағас , район газетаһынд әҙәби хеҙмәткәр, директор мәктәптә вазифаларын башҡара.1970 йылдан Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы «Замандаш» әҙәби берләшмәһен етәкләй. Хәҙерге көндә Яңауыл яҙыусылар ойошмаһының
яуаплы сәркәтибе.
Инсур Шәңгәрәев
1958 йылда Башҡортостандың Яңауыл районы Эткенә ауылында тыуған.Урал ауылында үҫкән.Шиғыр.хикәйәләрҙе мәктәп йылдарынан яҙа.
Яңауылым,гүзәл ерем.
Ҡайҙа ла бар матур тауҙар,
Йылғалар һәм болондар.
Ләкин улар Яңауылда
Үҙенә бер хозурҙар.
Бөтөн сере тупрағыңда-
Һинең тартыу көсөңдөң.
Күҙемдән йәш сыҡҡаны бар
Ишетһәм дә исемең...
Ҡушымта.
Тыуған яҡтан,гүзәл ерҙән
Айырылһаң,бик ауыр.
Ситкә китһәм,төшкә керә
Былбыллы яҡ- Яңауыл.