КҮНЕГЕҮҘӘР
Шиғырҙан ерле һөйләштә ҡулланылған һүҙҙәрҙе табығыҙ. Уларҙы башҡорт әҙәби телендә ҡулланып,шиғырҙы уҡып ҡарағыҙ.
1.Ауыр һулап ирҙәр сайҡалғандай,
Нарат кәүсәләре ҡайырыла.(Ф.Суфияров)
2.Тәрәзәмдә күксел бозлар,
Агачларга бәс каткан.
Энжеләр кебек ялтырап,
Юлларга карлар яткан.(Ф.Суфияров)
3.Тәрәз төпләрендә гөлләр үсә,
Чәчәкләрнең төсе төрлечә.
Үсәр идемени алар шулай,
Әнкәй,синең кулың тимичә!(К.Шафикова)
Күплек ялғауҙарының дөрөҫ бирелгәнен һайлап яҙығыҙ.
1.Ғорурлығым.
Бар бөркөтлө ҡая(-лары,-дары)
Ҡайынлы урман(-нары,-дары).
Шифалы яуған ямғыры,
Бар ҡарлы буран(-нары,-дары).
Еләкле ялан(-нары,-дары) бар,
Икмәкле ҡыр(-лары,-ҙары)
Балы бар,ҡара алтыны,
Балыҡлы йылға(-лары,-дары).(К.Шафиҡова)
2.Һыу буйҙары бигерәк йәмле
Бәбкәле ҡаҙ(-ҙар,-лар)менән.
Их,тағын бер килһәң ине
Ошонда ҡыҙ(-лар,-ҙар) менән.(К.Шафиҡова)
3.Ваҡыт еткән,йыйылыша,
Ҡош(-лар,-тар)юлға йыйына.
Күл һыуында,ҡыҙ(-ҙар,-лар)кеүек,
Ҡыр ҡаҙ(-лары,-ҙары)йыуына.(Ф.Суфияров)
Бирелгән шиғыр юлдарын башҡорт әҙәби теленә әйләндереп,билдәләнгән һүҙҙәрҙең синонимдарын уйлап яҙығыҙ.
а)Басыузарны сары төскә манып,
Арыш башаклары тулышты.
Диңгез дулкыннарын хәтерләтеп,
Ишетелә жирнең сулышы.(Ф.Суфияров)
б)Жырга кертәм,якты бизәк итеп,
Тирәктәге кошлар тауышын(Ф.Суфияров)
в)Уңганлыгың сокландыра
Күреп,таңнар каласың(Ф.Суфияров)
в)Жаным менән галәм гизәм мин
Йөзкәемдә балкый ай көлөп.(К.Шафиҡова)
Шиғыр өҙөгөнән антоним һүҙҙәрҙе табығыҙ. Шиғырҙы төбәк һөйләше менән уҡып күрһәтегеҙ.
1.Кеше йөҙөндә сағыла
Ҡайғыһы,шатлығы ла.
Уҡылған китап шикелле
Аҡлығы,паклығы ла.
Тауыштан да танып була:
Кемдең кем икәнен дә:
Эшлеклеме,эшлекһеҙме
Хәүефле үткәнен дә.(Ф.Суфияров)
2.Баҫып торам ете юл сатында
Төрлө уйҙар ҡайнай башымда.
Һулда-һаҙҙыр,
Уңда-ҡара урман,
Текә ҡая ҡапма-ҡаршымда.(Ә.Саяпова)
3.Мин мосафир күп күпне күрҙем,
Ҡараһын да,донъя ағын да.(Ф.Суфияров)
4.Ғүмер буйы бәхет-шатлыҡ менән
Йәшәй бирҙем ҡайғы күрмәйенсә.(Н.Мөхәмәтшина)
5.Туҙ шикелле дөрләгән бар
Шатлыҡтар ялҡынында.
Тораташтай ҡалғаным бар
Ҡайғылар һалҡынында.(А.Ҡотоев)
Шиғыр өҙөгәнән диалект һүҙҙәрҙе табып,башҡорт әҙәби телендә уҡып күрһәтегеҙ.Шиғыр юлдары аңлашыламы?Мәғәнә үҙгәрмәйме?Һығымта яһағыҙ.
Ниләр генә үсми туфрагыңда,
Карлыганы,алма,жиләге.
Бөрлегәннән кайта сылу кызлар,
Кулларында күздәй чиләге.(Р.Мөхәммәтдинов)
Шиғыр өҙөгөндәге исемдәрҙең күплек ялғауҙарын башҡорт әҙәби телендә дөрөҫләп яҙығыҙ.
1.Яҡташ(-ларым,-тарым) бесән саба
Теҙелешеп болонда.
Салғылары йырлап ҡына
Эшләй улар ҡулында.
Йүкәләр ҙә сәскә атҡан,
Аңҡыла бал еҫ(-ләре,-тәре).
Еләкләп сәй эскән саҡта.
Балҡый күңел хис(-тәре,-ләре)(Р.Мөхөммәтдинов)
2.Әтәс(-ләре,-тәре) иртә уяталар,
Тауыҡ(-тары,-лары) йырын көйләйҙәр.
Урамында аҡ ҡайын(-дар,-нар) шаулай,
Яҡын итеп,сер(-ләрен,-ҙәрен) һөйләйҙәр.(Ф.Суфияров)