Әлли, бәлли бәпкәсе,
Ҡая киткән әнкәсе.
Ҡайынлыҡҡа ,жиләккә,
Илюзәға бүләккә.
("Экспедиция материалдары-2015.Яңауыл районы.209-сы бит)
Айыу баласы,
Бүре баласы,
Көндез уйнасын,
Төннә йокласын,
Әбейне әбей дисен,
Бабайны бабай дисен,
Бай,дәүләтле булсын,
Бәхетле булсын.
("Экспедиция материалдары-2015.Яңауыл районы.254-се бит)