Өс тел.
Исәнмесез!Һаумыһығыҙ!
Здравствуйте!—Бер үк һүҙ.
Матурҙан да матур булған
Был өс тел дә миңә үҙ.
Өс тел беләм,юҡ,береһен дә
Һайрар ҡошҡа алышмайым.
Һөйләһәм дә ,көйләһәм дә
Былбылдарҙан ҡалышмайым.
Икмәк тәмен белгән кеүек,
Тәмен беләм өс телдең.
Ғүмеремә етер йәме,
Байлығы был күңелдең.
(Кәүсәриә Шафиҡова)